Юл ситендә иҫке урындыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *



Аяҡ ялы өсөн көтөп тора
Юл ситендә иҫке урындыҡ
Ултырғанмы икән уйһыҙ берәү?
Хәйер, барҙыр, мирҙең кеме юҡ!
Өҙгөләнеп йәрен көткән кемдер
Бер ултырып, берсә торалыр,
Йылдар йөгө баҫҡан сал ололар
Ауыр хәтирәгә сумалыр.
Йөрәк серен кемдер бүлешәлер,
Күҙ йәштәрен кемдер түгәлер,
Эшкә һуңлата, тип маршруткаһын
Эстән генә кемдер һүгәлер.
Юҡ ерҙән дә бер әүрәткес табып
Хушланалыр бында бәхетле...
Берәү өсөн генә хеҙмәт иткән
Түгел инде батша тәхете.
Ҡараңғыла яңғыҙ итмәй уны
Килеп ҡуна йортһоҙ берәҙәк,
Ыңранышып икәү төн сығалар -
Яҡын килмәй үтә бер әҙәм.
Аяҡ ялы өсөн көтөп тора
Юл ситендә иҫке урындыҡ...
Тик... Кемгәлер башын төртөр өсөн
Шул ятаҡтан башҡа урын юҡ...


2013